Все новости
Йөрәктән сыҡҡан һүҙҙәр
27 Сентября 2022, 11:48

Һәр бер көнөң үтһен шатлыҡта

Ялсыҡай ауылы уҙаманы, хеҙмәт ветераны, беҙҙең өсөн хөрмәтле, абруйлы атайыбыҙ, олатайыбыҙ Әкрәм Әлим улы ӘЛИБАЕВты матур байрамы - тыуған көнө менән ҡотлайым!

Һәр бер көнөң үтһен шатлыҡта
Һәр бер көнөң үтһен шатлыҡта

Беҙҙең ҡәҙерлебеҙ бик тырыш, бар эшкә лә уңған, ярҙамсыл, асыҡ күңелле, яҡшы ғаилә башлығы, балаларына, ейән-ейәнсәрҙәренә хәстәрлекле атай һәм олатай. Ул оҙаҡ йылдар мәктәптә эшләне, балаларға белем бирҙе, бик күп уҡыусылары уның юлын дауам итте. Һин беҙҙең өсөн бик ҡәҙерле һәм ғәзиз кешебеҙ, һин булғанда беҙ бәхетле, тормошобоҙҙоң ныҡлы терәге, таянысы һин! Беҙ һине хөрмәт итәбеҙ, бар йөрәктән яратабыҙ һәм ошо матур байрамыңда һиңә барыһы өсөн дә рәхмәттәребеҙҙе еткерәбеҙ.
Яҡыныбыҙға ҡаҡшамаҫ ныҡлы һаулыҡ, уңыштар, тормоштан йәм табып, бәхет нурҙарына күмелеп йәшәүен теләйбеҙ. Артабан да әнәйебеҙ менән мул тормошта, туғандар ихтирамында, беҙ - балаларың изгелегендә иҫән-имен, бергә-бергә оҙон ғүмер кисерергә Хоҙай насип итһен!
Ҡотло булһын һинең байрамың,
Бәхет-шатлыҡ килһен ишелеп.
Ҡайғы-хәсрәт һәр саҡ урап үтһен,
Һин йәшәгән өйҙөң ишеген.
Сәләмәтлек ташламаһын һине,
Һәр бер көнөң үтһен шатлыҡта.
Йәшәү йәме, донъя именлеге,
Юлдаш булһын һиңә һәр саҡ та.
Иң изге теләктәр менән улдарың, килендәрең һәм ейән-ейәнсәрәҙрең.

Һәр бер көнөң үтһен шатлыҡта
Һәр бер көнөң үтһен шатлыҡта
Автор:
Читайте нас: