Йөрәктән сыҡҡан һүҙҙәр
27 Сентябрь 2022, 10:29

Һәр саҡ үрнәк һеҙ

Ҡәҙерле атайыбыҙ Илшат Рәшит улы менән һөйөклө әсәйебеҙ Әлфинә Рәшит ҡыҙы ӘМӘКӘСОВТАРҙы иңгә-иң терәшеп, бергә ғүмер кисереүҙәренә 19 йыл тулыу менән ихлас күңелдән ҡотлайбыҙ.

Һәр саҡ үрнәк һеҙҺәр саҡ үрнәк һеҙ
Һәр саҡ үрнәк һеҙ

Уңғар ауылы

Ҡәҙерле атайыбыҙ Илшат Рәшит улы менән һөйөклө әсәйебеҙ Әлфинә Рәшит ҡыҙы ӘМӘКӘСОВТАРҙы иңгә-иң терәшеп, бергә ғүмер кисереүҙәренә 19 йыл тулыу менән ихлас күңелдән ҡотлайбыҙ.
Яҡындарыбыҙға ныҡлы сәләмәтлек, күңел тыныслығы, шатлыҡ-ҡыуаныстар, балаларының, туғандарының ҡәҙер-хөрмәтен, иғтибарын, һөйөүен күреп, бәрәкәтле, имен тормошта бәхетле оҙон ғүмер кисереүҙәрен теләйбеҙ!
Алдағы тормошоғоҙ ҙа яҡты, аяҙ көндәрҙән, шатлыҡтарҙан ғына торһон. Беҙ һеҙҙе ныҡ итеп яратабыҙ, хөрмәт итәбеҙ, барыһы өсөн дә рәхмәтлебеҙ! Алла бирһә, киләсәктә лә иңгә-иң терәшеп, беҙҙең менән бергә оҙон-оҙаҡ йәшәргә яҙһын. Беҙҙең өсөн һәр саҡ үрнәк һеҙ!
Әсәй бит ул - өйҙөң йылыһы,
Атай - донъя терәге.
Атай менән әсәй бергә булһа,
Тыныс була бала йөрәге.
19 йыл иңде-иңгә ҡуйып,
Бергә тартып тормош арбаһын
Бер-берегеҙҙе һөйөп, беҙгә үрнәк булып
Һәр саҡ туры юлдан барағыҙ.
Сәләмәтлек ташламаһын һеҙҙе,
Һәр бер көнөгөҙ үтһен шатлыҡта.
Йәшәү йәме, донъя именлеге
Юлдаш булһын һеҙгә ҡартлыҡта.
Иң изге теләктәр менән балаларығыҙ Әдилә, Гөлфинә һәм Илмир.

Һәр саҡ үрнәк һеҙ
Һәр саҡ үрнәк һеҙ
Автор:
Читайте нас