Все новости
Йөрәктән сыҡҡан һүҙҙәр
29 Сентября 2022, 13:17

Ихтирам итәбеҙ, яратабыҙ

Ошо көҙгө матур көндәрҙә Абдул ауылында тыуып, әлеге ваҡытта Ермолаево ауылында йәшәүсе беҙҙең улыбыҙ, абзыйыбыҙ Камил Роберт улы ХӨСӘЙЕНОВ 60 йәшлек юбилейын билдәләй.

Ҡәҙерлебеҙҙе юбилейы менән ысын күңелдән тәбрик итәбеҙ. Һин яҡшы күңелле, кешелекле, оло йәнле, яғымлыһың. Улым, туғаныбыҙ – беҙ һине ихлас күңелебеҙҙән ихтирам итәбеҙ һәм яратабыҙ.
Алдағы тормошоң да Зөлфирә еңгәбеҙ, киленебеҙ менән бергә ҡайғы – хәсрәтһеҙ үтһен. Сәләмәт булып, матур ғүмер итеп, ҡыҙығыҙҙың-оноҡтарығыҙҙың изгелеген күреп, һәр ваҡыт шулай изге, сабыр, шат, күңелле булып оҙон ғүмер кисерергә яҙһын!
60 йәш ул ир-уҙаман өсөн
Имәндәрҙәй ныҡлы мәлдәре,
Олатайҙар булып ейәндәргә
Татыу яҙһын йәшәү йәмдәрен.
Һине яратып, хөрмәт итеп әнәйең һәм туғандарың.

Ихтирам итәбеҙ, яратабыҙ
Ихтирам итәбеҙ, яратабыҙ
Автор:
Читайте нас: