Все новости
Йөрәктән сыҡҡан һүҙҙәр
30 Сентября 2022, 10:08

Бәхетле бул, балаҡайым!

Уңғар ауылында тыуып үҫкән,һөйөклө ҡыҙыбыҙ Әмәкәсова Әҙиләне 18 йәше тулыуы менән ҡайнар ҡотлайбыҙ! 

Бәхетле бул, балаҡайым!
Бәхетле бул, балаҡайым!

Тормошоң гел уң , шатлыҡ-ҡыуаныстарға бай булыуын теләйбеҙ. Бәхетле бул, балам!

Әле генә һине, балам,
Ҡулдарыма алған инем,
Аҡ бәхеттәр юрай-юрай
Аҡ биләүгә һалған инем.

Ҡасан ғына яңғыҙ аҙым
Атларға ла ҡурҡа инең,
Ике ҡуллап сытырлатып
Ҡулдарымдан тота инең…

Ҡасан ғына… Әле бына
Йәшлек дәрте күҙҙәреңдә,
Хыялдарың – күңелеңдә,
Ҡанаттарың – иңдәреңдә.

Ун һигеҙ йәш! Яҙмышҡайың
Мәрхәмәтле булһын, балам!
Ҙур тормошҡа, оло юлға
Фатихамды биреп ҡалам.

Хыялыңды толпар итеп,
Белемеңде ҡанат итеп,
Йәшлегеңдең Аҡбуҙаты
Алып китер һине елеп.

Арымаһын-талмаһындар
Хыялыңдың ҡанаттары,
Бәхетле бул, балаҡайым!
Мин теләйем һиңә тағы:

Сәләмәт бул, иптәшле бул!
Мөхәббәтле, бәхетле бул!
Оло матур тормошоңа,
Балаҡайым, хәйерле юл!
Ҡотлау менән атайың, әсәйең, Илмир мырҙаң һәм Гөлфинә һылыуың.

Автор:Дим Ильясов
Читайте нас: