Все новости
Йөрәктән сыҡҡан һүҙҙәр
1 Октября 2022, 13:28

Ҡәҙергә төрөнөп йәшә

Күгәрсен районында тыуып үҫеп, әлеге көндә Көйөргәҙе районы Урта Бабалар ауылында йәшәүсе ҡәҙерле апайыбыҙ, инәйебеҙ, һылыуыбыҙ Рәшиҙә Тимерғәле ҡыҙы ДӘҮЛӘТЙӘРОВА ғүмеренең күркәм байрамы 60 йәшлек юбилейын ҡаршылай.

Ҡәҙергә төрөнөп йәшә
Ҡәҙергә төрөнөп йәшә

Тырыш, хәстәрлекле, сабыр йөрәкле яҡыныбыҙға иң изге теләктәребеҙҙе еткерәбеҙ. Киләсәктә лә эштән, тормоштан йәм табып, бәхет нурҙарында һөйөнөп Ҡорбанғәле еҙнәбеҙ менән муллыҡта, татыулыҡта йәшә. Яҡындарыңды һөйөндөрөп, туғандарыңдың изгелеген күреп матур тормошта йәшәргә яҙһын. Йәшеңә йылдар өҫтәлһә лә, дәрт-дарманың оҙон-оҙаҡ йылдарға етһен, йөҙөңдән һис ҡасан йылмайыу, бәхет нуры китмәһен.
Бәхеткә, шатлыҡҡа күмелеп,
Һәр ваҡыт йылмайып һәм көлөп,
Ҡәҙергә, хөрмәткә төрөнөп,
Йәшә һин, мәңге нур булып.
Һин бит беҙҙең һәммәбеҙгә
Яҡты ҡояш, нурлы ай кеүек.
Бәхет-шатлыҡ, ныҡлы сәләмәтлек,
Юлдаш булһын һиңә ғүмерлек.
Иң изге теләктәр менән һылыуың Ғәшүрә, кейәүең Юнир, уларҙың балалары, ағайың Нурғәле, еңгәң Рәйлә һәм балалары.

Автор:Дим Ильясов
Читайте нас: