Все новости
Йөрәктән сыҡҡан һүҙҙәр
1 Октября 2022, 13:41

Сикһеҙ булһын яратыу

Бөгөн беҙҙең өсөн бик тә ҡәҙерле, бик тә яҡын, бик тә кәрәкле булған Яңы Таймаҫ ауылы ҡыҙы Араптанова Эльвина Раил ҡыҙының һәм Бүздәк ҡасабаһы егете Хәлимуллин Азамат Марат улының иҫтәлекле һәм шатлыҡлы көндәренең береһе, Никах туйы! 

Сикһеҙ булһын яратыу
Сикһеҙ булһын яратыу
Йәштәрҙе күркәм байрамдары менән ҡотлайбыҙ. Азамат кейәү, Эльвина туғаныбыҙ! Беҙ һеҙҙең менән һоҡланабыҙ, ғорурланабыҙ. Бөгөн һеҙҙең өсөн яуаплы һәм дә изге көндәрҙең береһе-һеҙ яңы тормошҡа ҙур аҙым яһанығыҙ. Аллаһ Тәғәлә ризалығы
менән һеҙ инде бер ғаилә! Ғаиләнең көндән-көн нығыныуын, йортоғоҙҙа игелек, йылы һәм йәм булыуын теләйбеҙ! Аллаһ Тәғәлә һеҙҙең тормошоғоҙҙо бәхетле, еңел һәм шатлыҡлы итһен! Бер-берегеҙҙең, ата-әсәйҙәрегеҙҙең, туғандарығыҙҙың ҡәҙерен белеп, тигеҙлектә, татыу, матур йәшәүегеҙҙе теләйбеҙ!
Мөхәббәтегеҙ сикһеҙ булһын, һөйөү хистәрен икәү бергә һаҡлағыҙ, бер-берегеҙгә барлыҡ осраҡтарҙа ла терәк булығыҙ! Һау-сәләмәт булығыҙ, матур балалар үҫтерегеҙ, улар олоғайған йылдарҙа һеҙгә шатлыҡ килтерһен! Барлыҡ ҡаршылыҡтарҙы бергә, ҡулға-ҡул тотоношоп лайыҡлы үтегеҙ. Һеҙҙе берләштергән мөхәббәт йылдар үтеү менән нығынһын, матур сәскә булып атһын. Наҙ, йылылыҡ хистәрен юғалтмағыҙ. Һеҙ бөгөн шундай матур, шундай бәхетле, мәңгегә шулай булһын! Илебеҙҙә тыныслыҡ булһын!
Бәхетле булығыҙ, йәштәр! Иң изге теләктәр менән Румил еҙнәгеҙ, Зөлмирә апайығыҙ, Тимур һәм Диана туғандарығыҙ Мәҡсүтовтар. 
Автор:Дим Ильясов
Читайте нас: