Все новости
Йөрәктән сыҡҡан һүҙҙәр
1 Октября 2022, 09:13

Йәшәү дәрте янһын йөрәгеңдә

Беҙҙең өсөн яҡын, ҡәҙерле булған тормош иптәшем, әнейебеҙ, еңгәбеҙ - Рәшиҙә Тимерғәли ҡыҙы ДӘҮЛӘТЙӘРОВАны матур ғүмер байрамы - 60 йәшлек күркәм юбилейы менән ысын күңелдән ҡотлайбыҙ!

Йәшәү дәрте янһын йөрәгеңдә
Йәшәү дәрте янһын йөрәгеңдә

Ошондай матур байрамыңда һиңә һаулыҡтың иң ныҡлыһын, бәхеттең иң ҙурын, ғүмерҙең иң оҙонон теләйбеҙ. Киләсәк көндәрең ҡайғы-хәсрәт күрмәй, күңел тыныслығы менән именлектә үтһен. Яҡындарыңдың ҡәҙер-хөрмәтен тойоп, дуҫ-туғандарыңдың изгелеген күреп, уларға терәк-таяныс булып, ауырыу-һыҙланыу белмәй, иҫән-имен, бергә-бергә оҙон ғүмер кисерергә Хоҙай насип итһен!
Ҡотлоь булһын күркәм юбилейың,
Гел ҡояшлы килһен көндәрең.
Фәрештәләр генә юлдаш булһын,
Бәхет менән үтһен ғүмерең.
Һәр яңы көн бәхет алып килһен,
Алһыу таңдар күмһен шатлыҡҡа.
Йәшәү дәрте янһын йөрәгеңдә,
Ҡартайырға һис тә ашыҡма!
Иң изге теләктәр менән тормош иптәшең Ҡорбанғәли, бикәсең Фәниә һәм балаларың.

Автор:Дим Ильясов
Читайте нас: