Все новости
Йөрәктән сыҡҡан һүҙҙәр
1 Октября 2022, 13:57

Йәшә шатлыҡтарға күмелеп

Ялсыҡай ауылында тыуып үҫеп, бөгөнгө көндә Күмертау ҡалаһында ғаиләһе менән матур донъя ҡороп, бәхетле ғүмер итеүсе ҡәҙерле кешебеҙ, яратҡан ҡыҙыбыҙ, һөйөклө тормош иптәшем, әнейебеҙ, һылыуыбыҙ, хәстәрлекле апайыбыҙ, инәйебеҙ - Юлия Рәфҡәт ҡыҙы ӘЛИБАЕВАны йәшлегенең матур байрамы - 35 йәшлек күркәм юбилейы менән ысын күңелдән ҡайнар ҡотлайбыҙ!

Йәшә шатлыҡтарға күмелеп
Йәшә шатлыҡтарға күмелеп

Тырыш, уңған, изге күңелле, ярҙамсыл ҡәҙерле кешебеҙгә - һаулыҡтың иң ныҡлыһын, бәхеттең - иң олоһон, ғүмерҙең иң оҙонон теләйбеҙ. Киләсәк көндәрең өмөт менән тулы булһын, ғүмер йомғағың шатлыҡ-һөйөнөстәргә генә тулып тәгәрәһен. Һиңә ныҡлы сәләмәтлек, күңел тыныслығы, ҡайғы-хәсрәтһеҙ көндәр, аҡ бәхеттәр, беҙҙең күңел йылыһын тойоп, бәхетле оҙон ғүмер кисереүеңде теләйбеҙ. Киләсәгең йыр кеүек матур, ҡояш кеүек яҡты, тыуасаҡ таңдарың нурлы, күк йөҙөң һәр ваҡыт аяҙ булһын. Тормош юлың мөхәббәткә, йылылыҡҡа, наҙға төрөлөп үтһен, алдыңа ҡуйған маҡсаттарың гел шулай тормошҡа ашып торһон!
Юбилейың менән тәбрикләйбеҙ,
Сәләмәтлек теләп иң элек.
Һәр саҡ көнөң үтһен бәхет менән,
Йәшә шатлыҡтарға күмелеп.
Тәбиғәттән изге күңел менән
Тыуғанһың һин бары яҡшыға.
Фәрештәләр ике ҡанат йәйеп
Һәр саҡ торһон һинең ҡаршыңа.
Иң изге теләктәр менән әнейең Луиза, әтейең Рәфҡәт, тормош иптәшең Вадим, балаларың, ағайың Юлай, еңгәң Альбина, мырҙаң Марат, киленең Сәлимә һәм беҙҙең балаларыбыҙ.

Автор:Дим Ильясов
Читайте нас: