Все новости
Йөрәктән сыҡҡан һүҙҙәр
3 Октября 2022, 11:30

Бәхеттәрең булһын ғүмерлек

Яҡуп ауылында тыуып үҫкән, беҙҙең өсөн иң яҡын,ҡәҙерле булған атайыбыҙ,олатайыбыҙ Бәширов Фәрит Миңлеғәли улын ысын күңелдән тыуған көнө менән ҡотлайбыҙ. 

Бәхеттәрең булһын ғүмерлек
Бәхеттәрең булһын ғүмерлек

Ҡотло булһын һинең тыуған көнөң,
Күҙҙәреңдә шатлыҡ һүнмәһен.
Бөгөнгөләй шат йылмайған йөҙөң,
Ҡайғы сатҡылары күрмәһен.
Сабыр ҙа һин, ябай, кешелекле,
Ҡылған эшең - бары изгелек .
Шатлыҡтарҙа үтһен һинең көндәр,
Бәхеттәрең булһын ғүмерлек.
Хоҙай һиңә сәләмәтлек бирһен,
Беҙҙән һиңә яҡты теләктәр.
Балҡып торған йөҙкәйеңде күреп
Ҡыуанһындар беҙҙең йөрәктәр.
Саф йөрәктән сыҡҡан теләктәрҙе
Ҡабул итсе тыуған көнөңдә,
Бәхет, шатлыҡ, һаулыҡ юлдаш булһын,
Ҡояш көлһөн тормош күгеңдә.
Иң изге теләктәр менән балаларың һәм ейән-ейәнсәрҙәрең.

Автор:Дим Ильясов
Читайте нас: