Все новости
Йөрәктән сыҡҡан һүҙҙәр
3 Октября 2022, 11:46

Таҙалыҡта үтһен көндәрең!

Беҙҙең өсөн ҡәҙерле булған әсәйебеҙ, өләсәйебеҙ Мәрйәм Ғилметдин ҡыҙы СӨЛӘЙМӘНОВАны 85 йәшлек матур, күркәм юбилейы менән ҡайнар ҡотлайбыҙ.

Таҙалыҡта үтһен көндәрең!
Таҙалыҡта үтһен көндәрең!

Ғүмер байрамың уңайынан тәбрикләп, һиңә йөрәк түребеҙҙән сыҡҡан иң изге теләктәребеҙҙе еткерәбеҙ. Сабыр холоҡло, киң күңелле, уңғанлығы менән һоҡландырған, тормош ауырлыҡтарына бөгөлөп төшмәгән, оло йөрәкле, ғәзиз кешебеҙгә бәхетле көндәр, оҙон ғүмер, иҫәнлек-һаулыҡ теләйбеҙ. Тыуар иртәләреңде матур уйҙар һәм яҡты өмөттәр менән ҡаршылап, ғүмер йомғағың тик шатлыҡ-ҡыуаныстар менән генә тулып тәгәрәһен. Киләсәктә лә тормошобоҙға йәм өҫтәп, һаман да шулай беҙгә терәк-таяныс булып, төплө, аҡыллы кәңәштәреңде биреп, ауырымай-һыҙланмай, ҡайғы-хәсрәт күрмәй, балаларыңдың, ейән-ейәнсәрҙәреңдең, яҡындарыңдың изгелеген күреп, ҡәҙер-хөрмәтенә төрөнөп, имен, мул тормошта оҙон-оҙаҡ йәшәргә насип итһен! Хоҙай үҙеңде сәләмәтлектән, бәхеттән, күңел тыныслығынан айырмаһын!
85 йыл ғүмер уҙып киткән,
Күпме йылдар, һыуҙар аҡҡандар.
Шул йылдарҙың иҫтәлеге булып,
Маңлайыңа һырҙар ятҡандар.
Оҙон ғүмер бирһен һиңә Хоҙай,
Һыҙламаһын аяҡ-ҡулдарың.
Бәхет, шатлыҡ, һөйөнөстәр менән,
Таҙалыҡта үтһен көндәрең!
Иң изге теләктәр менән балаларың, ейән-ейәнсәрҙәрең, бүлә-бүләсәрҙәрең.

Автор:Дим Ильясов
Читайте нас: