Все новости
Йөрәктән сыҡҡан һүҙҙәр
4 Октября 2022, 13:12

Һин бит беҙҙең яҡты ҡояш

Ҡәҙерле тормош иптәшем, яратҡан атайыбыҙ, хәстәрлекле олатайыбыҙ – Әнүәр Рәфҡәт улы ХӨСӘЙЕНОВты матур байрамы - 60 йәшлек күркәм юбилейы менән ысын күңелдән ҡотлайбыҙ! 

Һин бит беҙҙең яҡты ҡояш
Һин бит беҙҙең яҡты ҡояш

Ҡәҙерлебеҙ! Матур байрам көнөндә һиңә йөрәк түренән сыҡҡан иң изге, яҡты уй-хистәребеҙҙе юллайбыҙ! Һин саф күңелле, йомарт, ярҙамсыл, сабыр холоҡло, изге күңелле кеше. Өлгөлө ғаилә башлығы, иғтибарлы һәм хәстәрлекле атай, олатай, яҡындары, туғандары өсөн ныҡлы таяныс һәм йәшәү өлгөһө. Йылы һүҙҙәрең, аҡыллы кәңәштәрең, күрһәткән ярҙамдарың өсөн һиңә ҙур рәхмәт.
Һиңә киләсәктә лә тормош дилбәгәһен ныҡлы тотоп, ауырлыҡтар алдында баш эймәйенсә, томош һынауҙарына бирешмәйенсә, һәр атҡан таңға ҡыуанып, яуған ҡарҙарға, килгән яҙҙарға, аҡҡан һыуҙарға һоҡланып, бәрәкәтле, имен тормошта, яҡындарыңдың ҡәҙер-хөрмәтенә төрөнөп, иҫәнлектә-һаулыҡта, муллыҡта ғүмер кисереүеңде теләйбеҙ. Тыуған йортобоҙҙоң ҡото, терәге булып, балаларыңдың изгелектәрен күреп, уңыштарына һөйөнөп, әсәйебеҙ менән тигеҙлектә, ҡыуанып-шатланып, оҙон-оҙаҡ йәшәргә насип итһен!.
Бәхеткә, шатлыҡҡа күмелеп,
Һәр ваҡыт йылмайып һәм көлөп,
Ҡәҙергә, хөрмәткә төрөнөп,
Йәшә һин, мәңге нур булып.
Һин бит беҙҙең һәммәбеҙгә
Яҡты ҡояш, нурлы ай кеүек.
Бәхет-шатлыҡ, ныҡлы сәләмәтлек,
Юлдаш булһын һиңә ғүмерлек.
Иң изге теләктәр менән тормош иптәшең Хәлиҙә, улың Маннур, ҡыҙың Динара, кейәүең Азат һәм ейәнең Тимур.

Автор:Дим Ильясов
Читайте нас: