Все новости
Йөрәктән сыҡҡан һүҙҙәр
5 Октября 2022, 10:35

Матур булып атһын таңдарың

Беҙҙең өсөн иң ҡәҙерле һәм иң яҡын кешебеҙ, һөйөклө тормош иптәшем, яратҡан атайыбыҙ, олатайыбыҙ Ғәйнән Фәтҡулла МИРАСОВты күркәм байрамы 65 йәшлек юбилейы менән ысын күңелдән ҡайнар ҡотлайбыҙ. 

Матур булып атһын таңдарың
Матур булып атһын таңдарың

Ныҡлы һаулыҡ, шатлыҡ-ҡыуаныстар теләйбеҙ! Хоҙай һине сәләмәтлектән, күңел тыныслығынан, ҡартлыҡ бәхетенән айырмаһын. Ҡартайған көнөңдә балаларыңдың, ейән-ейәнсәрҙәреңдең шатлыҡтарын уртаҡлашып, ҡәҙер-хөрмәт күреп, беҙгә терәк булып, оҙаҡ йәшә. Һин булғанға беҙгә тыныс, донъя бөтөн. Һин – донъяла иң затлы, сауаплы кешеләрҙең береһелер, беҙ һине сикһеҙ хөрмәт итәбеҙ, ысын йөрәктән яратабыҙ. Оҙон ғүмер һиңә!
Ҡотло булһын тыуған көнөң,
Матур булып атһын таңдарың.
Рәхәт йәшә, изгелеге ҡайтһын
Һин үҫтергән һәр бер баландың!
Ғүмерҙе бит йылдар билдәләмәй,
Йәшәү дәрте булһын күңелдә.
Сәләмәтлек, бәхет, ҡыуаныстар
Юлдаш булһын һиңә ғүмергә!
Иң изге теләктәр менән тормош иптәшең Әлфиә, улдарың Рәмил, Румил, ҡыҙың Нәзифә, килендәрең Фидалия, Анзина, кейәүең Рөстәм һәм дә ейән-ейәнсәрҙәрең. 

Автор:Дим Ильясов
Читайте нас: