Все новости
Йөрәктән сыҡҡан һүҙҙәр
6 Октября 2022, 11:17

Булһаң ине сикһеҙ бәхетле

Беҙҙең өсөн ҡәҙерле булған, яҡын кешебеҙ, һөйөклө тормош иптәшем, яратҡан әтейебеҙ, хәстәрлекле олатайыбыҙ Шамил Әмин улы ЯҠУПОВты 55 йэшлек күркәм юибейы менән ҡайнар ҡотлап йөрәк түребеҙҙәге иң йылы теләктәребеҙҙе юллайбыҙ.

Булһаң ине сикһеҙ бәхетле
Булһаң ине сикһеҙ бәхетле

Ҡәҙерлебеҙ, байрамың менән тәбрикләп, һиңә ныҡлы сәләмәтлек, күңел тыныслығы, ғаилә шатлығы, ҡайғы-хәсрәтһеҙ көндәр, аҡ бәхеттәр, балаларыңдың һәм оноҡтарыңдың күңел йылыһын тойоп, игелектәрен күреп, бәхетле оҙон ғүмер кисерүеңде теләйбеҙ. Киләсәгең йыр кеүек матур, ҡояш кеүек яҡты булһын. Тыуасаҡ таңдарың һәр ваҡыт нурлы, күк йөҙөң һәр вакыт аяҙ булһын. Киләсәктә лә гел шулай йылмайып, кешеләрҙе һөйөндөрөп, оло йөрәкле булып йәшә!
Аҡыллы ла, сабыр ҙа һин,
Тыйнаҡ һәм итәғәтле.
Ғүмерең буйҙарыңа һау-сәләмәт,
Булһаң ине сикһеҙ бәхетле.
Юбилейың ҡотло булһын,
Йөҙҙәреңдә бәхет балҡыһын.
Изге, мәрхәмәтле йөрәгеңдә
Һис һүнмәһен ҡояш яҡтыһы.
Иң изге теләктәр менән тормош иптәшең Наилә, улың Асҡар, ҡыҙың Лидия, кейәүең Денис, ейән-ейәнсәрҙәрең Дмитрий, Глеб, Дарья һәм ҡоҙағыйың Кәфиә.

Автор:Дим Ильясов
Читайте нас: