Все новости
Йөрәктән сыҡҡан һүҙҙәр
6 Октября 2022, 16:07

Шатлыҡ менән үтһен һәр көнөң

Ҡәҙерле улыбыҙ, мырҙабыҙ, абзыйыбыҙ, бабайыбыҙ Азамат Юнир улы БИКМАЕВты 55 йәшлек юбилейы менән ысын күңелдән ҡотлайбыҙ! 

Шатлыҡ менән үтһен һәр көнөң
Шатлыҡ менән үтһен һәр көнөң

55 йәш ул ир-егеткә ғүмерҙең ҡап уртаһы ғына. Тормошта үткән юлда һыҙымталар яһап, киләсәккә яңы пландар ҡорор саҡ ҡына. Ошо иҫтәлекле көнөң менән ҡотлап һиңә ныҡлы һаулыҡ, оҙон ғүмер, йән тыныслығы, күңел көрлөгө, киләсәктә лә эшеңдә уңыштар, ғаилә именлеге, яҡындарыңдың ҡәҙер-хөрмәтенә төрөнөп, Раушания килен менән оҙон-оҙаҡ бәхетле ғүмер кисереүеңде теләйбеҙ.
Ике ул үҫтерҙегеҙ, уҡыттығыҙ ҙурына туй яһанығыҙ, икенсе улығыҙ уҡып йөрөй. Киләсәктә лә бәхетле атай-әсәй булып ҡыуанып йәшәргә яҙһын.
55 йәшкә инде еттем тигәс,
Мендем, тимә, ғүмер үренә.
Күңелеңдә ҡалһын яҙ сыуағы,
Ғүмер үтә, тиеп һүрелмә.
Ҡотло булһын һинең тыуған көнөң,
Шатлыҡ менән үтһен һәр көнөң,
Ҡоростоҡо булһын таҙалығың,
Ҡояштыҡы булһын ғүмерең.
Иң изге теләктәр менән әсәйең Фәриҙә, апайҙарың Финә, Зөлфиә, мырҙаң Салауат, һылыуың Альбина, еҙнәләрең Борис, Ғәлимйән, киленең Лариса, кейәүең Мөслим һәм уларҙың балалары.

Автор:Дим Ильясов
Читайте нас: