Все новости
Йөрәктән сыҡҡан һүҙҙәр
6 Октября 2022, 10:58

Тыуыр таңдар алып килһен шатлыҡтар!

Бахмут ауылында тыуып үҫкән, бөгөнгө көндә Күмертау ҡалаһында йәшәүсе ҡәҙерле тормош иптәшем, яратҡан атайыбыҙ, һөйөклө кейәүебеҙ Илшат Мәғиз улы ДИЛМӨХӘМӘТОВты тормошоноң күркәм байрамы - 50 йәшлек матур юбилейы менән ысын күңелдән ҡайнар ҡотлайбыҙ.

Тыуыр таңдар алып килһен шатлыҡтар!
Тыуыр таңдар алып килһен шатлыҡтар!

Ҡәҙерле кешебеҙ, һине матур ғүмер байрамың менән ҡотлап йөрәк түребеҙҙән сыҡҡан иң изге, иң матур теләктәребеҙҙе юллайбыҙ!
Һиңә ғүмерҙең иң оҙонон, бәхеттең ҡояш кеүек иң нурлыһын, шатлыҡтарҙың иң олоһон юллайбыҙ. Яныңда һәр ваҡыт үҙеңде хөрмәт итеүсе яҡындарың, туғандарың, тоғро дуҫтарың булhын. Бөгөнгөләй шат, көләс йылмайыуың һинең йөҙөңдән бер ваҡытта ла китмәһен.
Изге йөрәкле кеше, хәстәрлекле атай, булдыҡлы ғаилә башлығы, таянырлыҡ туған булыуың менән беҙ бик бәхетле. Беҙ һине сикһеҙ хөрмәт итәбеҙ һәм яратабыҙ. Киләсәктә парлы булып, ғәзиздәреңдең ҡәҙер-хөрмәтен күреп, туғандарың менән бергәләп йәшәргә яҙһын.
Йөрәгеңә йыйған яҡшылыҡтар
Изгелектәр булып ҡайтһындар,
Тыуыр таңдар алып килһен һиңә
Сәләмәтлек, бары шатлыҡтар!
Иң изге теләктәр менән тормош иптәшең, балаларың, ҡәйнәң һәм ҡайның.

Автор:Дим Ильясов
Читайте нас: