

«Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған табибы», «Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре», Күмертау ҡалаһының «Почетлы гражданины» исеменә лайыҡ ағайыбыҙ. Юҡҡа ғына бирелмәгән был исемдәр ағайыбыҙға, ул әлеге көндә лә үҙ һөнәренә тоғро, туған иле, теле өсөн янып-көйә, ә инде баянын ҡулына алып башҡорт халыҡ йырын һуҙһа бар халыҡ хайран ҡала.
Ҡәҙерлебеҙ! Матур байрамыңда беҙҙең күңелдәрҙән сыҡҡан иң саф, иң изге теләктәребеҙҙе ҡабул ит. Ныҡлы сәләмәтлек, күңел тыныслығы, ғаилә именлеге, аҡ бәхеттәр, балаларыңдың һәм ейән-ейәнсәрҙәреңдең күңел йылыһын тойоп, игелектәрен күреп, еңгәбеҙ менән бәхетле оҙон ғүмер кисереүегеҙҙе теләйбеҙ. Йән тыныслығың, күңел көрлөгөң юғалмаһын, яңынан-яңы шатлыҡ-ҡыуаныстар өҫтәлеп, һәр көнөң һөйөнөстәр менән тулып торһон. Йылы һүҙҙәрең, яғымлы ҡараштарың, аҡыллы кәңәштәрең, бөтмәҫ ярҙамың өсөн оло рәхмәтлебеҙ.
Шаулап-гөрләп йәшә был донъяла,
Йөҙҙәреңдән шатлыҡ китмәһен.
Иртә таңда сыҡҡан наҙлы ҡояш
Көндә һиңә бәхет өҫтәһен.
Матур тормош, сәләмәтлек теләп,
Тыуған көнөң менән ҡотлайбыҙ.
Шатлыҡ менән оҙон ғүмер үтеп
Йәшәүеңде генә теләйбеҙ.
Иң изге теләктәр менән барлыҡ туғандарың исеменән һылыуың Рәмилә, кейәүең Фәнит һәм уларҙың балалары.