Йөрәктән сыҡҡан һүҙҙәр
8 Октября 2022, 03:37

Беҙҙең менән һин дә бәхетле бул

Беҙҙең өсөн ғәзиз кешебеҙ яратҡан тормош иптәшем, һөйөклө әнейем, ҡәйнәм, хәстәрлекле өләсәйебеҙ Розалия Диҡәт ҡыҙы ИГБАЕВАны - 50 йәшлек күркәм юбилейы менән ысын күңелдән ҡайнар ҡотлайбыҙ! 

Беҙҙең менән һин дә бәхетле булБеҙҙең менән һин дә бәхетле бул
Беҙҙең менән һин дә бәхетле бул

Һөйөклөбөҙ һәр ваҡытта ла яҡты йөҙлө, алсаҡ, мәрхәмәтле йәнле, тырыш, ҡунаҡсыл, туғандары, яҡындары өсөн йән атып тора. Һин беҙҙең донъябыҙға ҡот өҫтәүсе, күңелебеҙҙе йылытыусы, оло йөрәкле ғәзиздәрҙән ғәзиз кешебеҙ!
Ғүмереңдең күркәм байрамы менән ҡотлап, һиңә ныҡлы сәләмәтлек, күңел тыныслығы, бәхетле оҙон ғүмер кисереүеңде теләйбеҙ. Киләсәктә лә тормошобоҙға йәм өҫтәп, яҡындарыңдың изгелеген күреп, беҙгә терәк булып, бәрәкәтле, имен тормошта йәшәргә Хозай насип итһен.
Һин булғанға донъябыҙ йәмле, йәнле, һинең фатихаң менән аҙымдарыбыҙ ышаныслы, бәхетебеҙ тулы,
уйҙарыбыҙ яҡты. Хоҙай үҙеңде сәләмәтлектән, бәхеттән, күңел тыныслығынан айырмаһын!
Һин булғанға ерҙә беҙ бәхетле,
Һинең менән яҡты көнөбөҙ,
Беҙҙең менән һин дә бәхетле бул,
Һиңә оҙон ғүмер теләйбеҙ.
Күңел күгең һәр саҡ аяҙ булһын,
Ситләп үтһен һағыш, борсоуҙар.
Ныҡлы сәләмәтлек юлдаш булһын,
Унан ҡәҙерлерәк нимә бар.
Иң изге теләктәр менән тормош иптәшең Самат, ҡыҙҙарың Гөлназ, Айгизә, кейәүең Раил, ейәнсәрең Динә, ҡоҙағыйың Фәүзиә.

 
Автор:Дим Ильясов
Читайте нас