Йөрәктән сыҡҡан һүҙҙәр
8 Октября 2022, 03:22

Һиңә һис тә еңел булмағандыр...

Беҙҙең ҡәҙерле кешебеҙ тормош иптәшем, атайыбыҙ, олатайыбыҙ, ҡайным Динар Шәһит улы ТАЛИПОВ 80 йәшлек юбилейын билдәләй.

Һиңә һис тә еңел булмағандыр...Һиңә һис тә еңел булмағандыр...
Һиңә һис тә еңел булмағандыр...

Яҡыныбыҙҙың бала сағы, үҫмер осоро ауыр һуғыш йылдарына тура килә. Ул 10 йәшендә генә атайһыҙ тороп ҡала. Тормоштоң әсеһен-сөсөһөн татып үҫкән яҡыныбыҙ бәләкәйҙән хеҙмәт яратып үҫә. Егәрле, алтын ҡуллы, маҡсатына ирешеүсән егет була ул. Һәр ваҡыт күңелсәк, ихлас, кешелекле булып ҡала белеүе лә оло хөрмәт уята. Ғәҙел, намыҫлы, тура һүҙле, хәстәрлекле булғаны өсөн дә яратабыҙ беҙ уны. Киләсәктә лә беҙгә терәк һәм таяныс, дуҫтарына, туғандарына кәңәшсе булып ҡалырға яҙһын. Ҡәҙерлебеҙҙе матур ғүмер байрамы менән ҡотлап, уға һаулыҡ, көс-дәрт, донъя именлеге, балалар таянысын тойоп, ейән-ейәнсәрҙәр шатлығын күреп, имен донъяла, оҙон-оҙаҡ ғүмер кисереүен теләйбеҙ.
Ер йөҙөнөң бөтә матурлығын
Килә hиңә бүләк итәhе,
Донъялағы матур hүҙҙәрҙең дә
Иң йылыhын килә әйтәhе.
Һиңә һис тә еңел булмағандыр
Үтеүҙәре тормош юлдарын,
Оҙон ғүмер, һаулыҡ, тыныс ҡартлыҡ
Теләй һиңә яҡындарың.
Иң изге теләктәр менән тормош иптәшең Эльфрида, ҡыҙың Эльвира, кейәүең Альберт, ейәнсәрең Фидалия, кейәүең Тимур һәм уларҙың балалары Әмир, Руслан.

Автор:Дим Ильясов
Читайте нас