Йөрәктән сыҡҡан һүҙҙәр
8 Октябрь 2022, 03:41

Көнөгөҙҙө шатлыҡ биҙәһен

Ҡәҙерле абзыйыбыҙ, бабайыбыҙ Зәйнулла Зәйнәғәбдин улы ВӘЛИЕВты матур байрамы - 75 йәшлек юбилейы һәм шулай уҡ еңгәбеҙ, инәйебеҙ Миңзира Һәҙиәт ҡыҙын етеп килгән тыуған көнө менән ысын күңелдән ҡайнар ҡотлайбыҙ.

Көнөгөҙҙө шатлыҡ биҙәһенКөнөгөҙҙө шатлыҡ биҙәһен
Көнөгөҙҙө шатлыҡ биҙәһен

Ныҡлы һаулыҡ, оҙон ғүмер, шатлыҡ-ҡыуаныстар теләйбеҙ. Хоҙай һеҙҙе сәләмәтлектән, күңел тыныслығынан, ҡартлыҡ бәхетенән айырмаһын. Ҡартайған көнөгөҙҙә балаларығыҙҙың шатлыҡтарын уртаҡлашып, ҡәҙер-хөрмәт күреп, беҙгә терәк булып оҙаҡ йәшәгеҙ.
Ҙур бәхеттәр юлдаш булһын һеҙгә,
Көнөгөҙҙө шатлыҡ биҙәһен.
Сәләмәтлек - иң ҙур бәхет, тиҙәр
Шуныһы бигерәк ситләп уҙмаһын.
Һеҙгә булған сикһеҙ хөрмәтебеҙ
Урын алһын йөрәк түрендә.
Шатлыҡ, ҡыуаныстар, сәләмәтлек
Юлдаш булһын ғүмер - ғүмергә!
Иң изге теләктәр менән Искәндәровтар, Яҡуповтар ғаиләләре.

Автор:Дим Ильясов
Читайте нас