Йөрәктән сыҡҡан һүҙҙәр
8 Октябрь 2022, 03:46

Ғүмерле бул, рәхәт йәшә

Ҡәҙерле тормош иптәшем, атайыбыҙ, олатайыбыҙ Зәйнулла Зәйнәғәбдин улы ВӘЛИЕВты 75 йәшлек күркәм юбилейы менән ихлас күңелдән ҡотлайбыҙ.

Ғүмерле бул, рәхәт йәшәҒүмерле бул, рәхәт йәшә
Ғүмерле бул, рәхәт йәшә
Ҡәҙерлебеҙ! Сабыр һәм кешелекле, ярҙамсыл һәм ҡунаҡсыл, беҙҙең шатлыҡ-борсолыуҙарҙы йөрәгең аша үткәреп, ярҙам итеп торыуың өсөн мең-мең рәхмәт һиңә. Һине ысын күңелебеҙҙән тыуған көнөң менән ҡотлайбыҙ. Һәр тыуар таңың шатлыҡ менән атһын, Хоҙай һаулыҡ – сәләмәтлектән айырмаһын, бәрәкәтле оҙон ғүмер насип итһен, йән тыныслығы, күңел күтәренкелеге юлдаш булһын һиңә, иңдәреңдәге шәфҡәт фәрештәһе бер касан да ташламаһын. Артабан балалар һәм ейән-ейәнсәрҙәр бәхетенә һөйөнөп, ҡәҙер-хөрмәттә йәшәргә яҙһын.
Бәхеттәрҙең теләйем бер-бер артлы
Шатлыҡ нуры һирпеп килгәнен.
Күҙҙәреңдең гел балҡыуын теләйем,
Йылмайғанын теләйем, көлгәнен.
Ғүмерле бул, рәхәт йәшә,
Ҡайғы еле һиңә теймәһен.
Теләр теләктәрең ҡабул булһын,
Өмөттәрең һис кем өҙмәһен.
Иң изге теләктәр менән тормош иптәшең, балаларың һәм дә ейән-ейәнсәрҙәрең.
Автор:Дим Ильясов
Читайте нас