Йөрәктән сыҡҡан һүҙҙәр
8 Октябрь 2022, 03:32

Ҡояш көлһөн тормош күгеңдә

Ҡәҙерле тормош иптәшем, атайым, кейәүем Рәшит Ғайса улы ИБРАҺИМОВты 60 йәшлек юбилейы менән ҡотлап, йөрәк түренән сыҡҡан иң изге теләктәребеҙҙе еткерәбеҙ!

Ҡояш көлһөн тормош күгеңдәҠояш көлһөн тормош күгеңдә
Ҡояш көлһөн тормош күгеңдә

Хәрби хәрәкәттәр ветераны, майор булған ҡәҙерлебеҙ ғүмер буйы милицияла эшләп хаҡлы ялға сыҡты. Яҡыныбыҙ менән ғорурланабыҙ! Уның менән тормошобоҙ бөтөн, аҙымдарыбыҙ ышаныслы беҙҙең. Киләсәктә лә тормош һынауҙарына бирешмәйенсә, ауырлыҡтар араһында баш эймәйенсә, йәшәүҙән йәм табып, беҙгә ныҡлы терәк булып, яҡындарыңдың күңел йылыһын тойоп, бәхет-шатлыҡта, мул тормошта, иҫәнлектә-һаулыҡта, беҙҙең менән бергә оҙон, тигеҙ ғүмер кисерергә Хоҙай Тәғәлә насип итһен! Киләсәк тормошоңда ныҡлы сәләмәтлек, уңыштар, бәхет һәм ҡыуаныстар ғына юлдаш булһын!
Ҡотло булһын һинең тыуған көнөң,
Күҙҙәреңдә шатлыҡ һүнмәһен.
Бөгөнгөләй шат йылмайған йөҙөң
Ҡайғы сатҡылары күрмәһен.
Саф йөрәктән сыҡҡан теләктәрҙе
Ҡабул итсе тыуған көнөңдә,
Бәхет, шатлыҡ юлдаш булһын,
Ҡояш көлһөн тормош күгеңдә.
Иң изге теләктәр менән тормош иптәшең Нәзирә, ҡыҙың Алһыу, ҡәйнәң Мәрйәм.

Автор:Дим Ильясов
Читайте нас