Йөрәктән сыҡҡан һүҙҙәр
10 Октябрь 2022, 06:57

"Беҙ һине ныҡ итеп яратабыҙ"

Яҡшымбәт ауылында тыуып үҫкән, бөгөнгө көндә Чесноковка биҫтәһендә ғүмер итеүсе ҡәҙерле кейәүебеҙ, еҙнәбеҙ, бажабыҙ, бабайыбыҙ Йосопов Илшат Фәйзулла улын 45 йәшлек күркәм юбилейы менән ихлас ҡотлайбыҙ! 

"Беҙ һине ныҡ итеп яратабыҙ""Беҙ һине ныҡ итеп яратабыҙ"
"Беҙ һине ныҡ итеп яратабыҙ"

Илшат еҙнә ғаиләбеҙҙең тәүге кейәүе.

Баҫҡан ерҙә ут сәсрәткән кеше ул. Бер ҡасан да тик тормай, емереп эшен дә эшләй, моңланһа, йырлап ебәрә, дәртләнһә, тыпырҙап бейей. Шаянлығы ни тора! Ҙур стажлы тип тормай, еҙнә миссияһын лайыҡлы башҡара ул: йәйгеһен балдыҙҙарын шаяртып, һыуыҡ һыу менән ҡойондороп та ала!
Ата-әсәһенә, ҡайны-ҡәйнәһенә һәр ваҡыт ҡайтып, бесән, ремонт һәм башҡа эштәрҙә булышып китә.

Еҙнәбеҙ изге һәм киииң күңелле, ярҙамсыл кеше. Ҡасан ғына барма, һәр саҡ асыҡ йөҙ менән ҡаршы ала, уларҙың йорттарына һәр ваҡыт бөтәбеҙ ҙә һыябыҙ. Йомош төшһә, көн тип, төн тип тормай, ярҙам итә. Барлыҡ изгелектәре өсөн Илшат кейәүебеҙ, еҙнәбеҙгә сикһеҙ рәхмәтлебеҙ.

Илшат еҙнә Зөлфиә апайыбыҙ менән үҙҙәре һымаҡ аҡыллы, уңған Булат, Ильяс, Инсаф исемле уландар үҫтерәләр,
гөрләтеп донъя көтәләр. Улар туған йәнле, яҡындарына һәр саҡ иғтибар бүләләр, кереп күрешергә, хәл белергә ваҡыт табалар, күҙҙәр генә теймәһен.

Ҡәҙерле Илшат кейәү, еҙнә, бажа, бабай! Тыуған көнөң ҡотло булһын! Һиңә ҡоростай ныҡлы һаулыҡ, рух ныҡлығы, барлыҡ эштәреңдә уңыштар теләйбеҙ. Зөлфиә апай менән бер-берегеҙҙе яратып, ҡәҙерләп, улдарығыҙҙы тормошта урынлаштырып, уларҙың изгелеген күреп, бәхетле оҙон ғүмер итегеҙ! Беҙ һине ныҡ итеп яратабыҙ.

Иң изге теләктәр менән ҡайны-ҡәйнәһе Миңлеғужа һәм Сәмәрә Рыҫҡоловтар, Сәриә ҡайынбикәһе, балдыҙҙары, бажалары һәм уларҙың балалары

Автор:Дим Ильясов
Читайте нас