

Милена туғаныбыҙ киң күңелле, изге йәнле, бар яҡлап та уңған, алсаҡ кеше. Тормыш иптәше Алмаз менән ул һәм ҡыҙ үҫтерәләр.
Тыуған көнөң менән, яҡыныбыҙ! Тормошоң гөлдәр кеүек матур булһын, бар изге теләктәрең тормошҡа ашһын, яныңда һәр саҡ ныҡлы терәгең, сәскәләй матур балаларың булһын, яҡындарың шатландырһын! Ныҡлы һаулыҡ, ғаилә именлеге, бәхетле, мөхәббәтле оҙон ғүмер кисерергә яҙһын һиңә, ҡәҙерлебеҙ!
Бер йөрәктән тамған ике тамсы ,
Бер ҡараштың ике наҙы беҙ.
Аҫыл-көмөштәрҙән мең ҡәҙерле,
Бер әсәнең ике ҡыҙы беҙ.
Дуҫтарым күп минең был донъяла,
Бер туғаным, һин ҡәҙерлем
Уйҙарымды, йөрәк серҙәремде
Ярты һүҙҙән аңлай туғаным.
Бер әсәнән беҙ бит тыуғанбыҙ,
Бала саҡтан бергә булғанбыҙ.
Һин минең туғаным, мин һинең туғаның,
Ҡулды-ҡулға һуҙабыҙ.
Бер-беребеҙҙе гелән шулай
Аңлап, тыңлап йәшәйек.
Иң изге теләктәр менән апайың Зимфира, еҙнәң Денис, туғаның Данияр.