

Ошо уңайҙан ҡәҙерле кешебеҙҙе ҡотлап, йөрәк түребеҙҙән сыҡҡан иң йылы, иң изге теләктәребеҙҙе юллайбыҙ!
Алсаҡ күңелле, дәртле, матур йөҙлө, туған йәнле, тырыш, ярҙамсыл ҡәҙерлебеҙ, һинең хаҡта ниндәй генә һүҙҙәр яҙһаҡ та, аҙ булыр һымаҡ. Сөнки һинең йомарт, нескә күңелеңде әйтеп бөтөрлөк түгел. Һин булғанда беҙ ысын мәғәнәһендә бәхетлебеҙ. Йылы һүҙҙәрең, аҡыллы кәңәштәрең менән беҙҙең өсөн һин терәкһең.
Һиңә матур ғүмер байрамыңда ныҡлы сәләмәтлек, бөтмәҫ дәрт теләйбеҙ, киләсәктә лә яҡындарыңдың ҡәҙер-хөрмәтен тойоп, балаларыңдың изгелеген күреп, йортобоҙҙоң яҡты нуры булып, донъя рәхәтлектәре кисереп, бәрәкәтле мул тормошта, беҙгә терәк булып оҙон ғүмер кисереүеңде теләйбеҙ.
Һинең алсаҡлығың, ихласлығың
Тартып тора беҙҙе үҙеңә.
Бирешмәйсә тормош елдәренә
Ҡыйыу атла ғүмер үренә.
Күңелең шат, йөҙөң көләс булһын,
Бер ҡасанда һис бойоҡма,
Эштәрең уң, һаулығың ныҡ булһын
Бар теләгең ашһын тормошҡа!
Иң изге теләктәр менән әнейең Нажия, әтейең Хәсән, абзыйың Радик, еңгәң Гөлсия, мырҙаң Венер, киленең Зәлиә һәм уларҙың балалары.