

Һиңә һаулыҡтың ныҡлыһын, бәхеттең иң олоһон, ғүмерҙең иң оҙонон теләйбеҙ. Иртәләрең ҡояшлы, көндәрең аяҙ, кистәрең тыныс булһын. Киләсәктә лә тормошҡа һөйөнөп, ҡәҙер-хөрмәт күреп, атыр таңдарың өмөт менән тулы булып, ғүмер йомғағың шатлыҡҡа ғына тулып тәгәрәһен.Төплө кәңәшең, йылы һүҙең, нурлы йөҙөң өсөн рәхмәт.
Йөрәктәрҙән сыҡҡан наҙлы һүҙҙәр,
Күңелдәрҙә булған саф хистәр,
Оҙон ғүмер, яҡты матур тормош-
Беҙҙең һиңә әйтер теләктәр.
Ағым һыуҙар кеүек ғүмер үтә,
Үтһен, әйҙә, ул гел шатлыҡта.
Йәшәү йәме, донъя именлеге
Юлдаш булһын һиңә һәр саҡта.
Үргә атлар өсөн көсөң артһын
Дәрт һәм ҡеүәт һәр саҡ өҫтәлһен.
Күңелеңдә булған бар теләгең
Ғәмәлдәргә ашһын, үтәлһен.
Иң изге теләктәр менән тормош иптәшең Алмера, ҡыҙҙарың Гөлназ, Гөлфирә, кейәүең Илшат, ейәнсәрҙәрең Камила, Азалия, улың Ильяс һәм Әбсәләмовтар, Алтыншиндар, Ибраевтар, Кинжалеевтар, Ҡалдаровтар, Мостафиндар, Дәүләтшиндар ғаиләләре.