

Ғүмер буйы “Искра” колхозында һауынсы булып эшләгән, уңғандарҙан-уңған, кешелекле, оло йөрәкле кешебеҙгә матур ғүмер байрамыңда күңел түренән сыҡҡан изге теләктәребеҙҙе еткерәбеҙ: һәр көн баш осоңда яҡты ҡояш балҡыһын, көндәрең шатлыҡ менән үтһен, иңдәреңдәге шәфҡәт фәрештәһе һине бер ҡасан да ташламаһын. Алдағы көндәреңдә лә һау-сәләмәт булып, именлектә, шатлыҡтарға һөйөнөп, оҙон-оҙаҡ бәхетле йәшәргә яҙһын. Һин - беҙҙең тормошобоҙҙоң йәме, һин булғанға донъябыҙ йәмле, йәнле, һинең фатихаң менән аҙымдарыбыҙ ышаныслы, бәхетебеҙ тулы. Йөҙөңдән һис ҡасан йылмайыу, бәхет нуры китмәһен. Күңелеңдең нуры менән көдәребеҙҙе яҡтыртып, йортобоҙҙоң ҡотон һаҡлап йәшә, ҡәҙерлебеҙ.
Беҙҙең өсөн мәңге ҡәҙерле һин,
Хоҙай ҡушһын бергә йәшәргә.
Ер йөҙөндә күпме кеше йәшәй,
Иң яҡыны беҙгә һин генә!
Иң изге теләктәр менән тормош иптәшең Азат һәм балаларың.