Бөтә яңылыҡтар
Йөрәктән сыҡҡан һүҙҙәр
26 Октябрь 2022, 17:29

Шат-көләс бул, һүнмә-һүрелмә

Ҡәҙерлеләрҙән-ҡәҙерле тормош иптәшем, әсәйебеҙ, өләсәйебеҙ Әлфиә Нурислам ҡыҙы ХӘЙБУЛЛИНАны ысын күңелдән ошо иң ҙур, шатлыҡлы байрамы, йән тирбәлеше яҡтылыҡҡа ынтылып, донъяға килгән көнө - 65 йәшлек юбилейы менән ҡотлайбыҙ!

Шат-көләс бул, һүнмә-һүрелмә
Шат-көләс бул, һүнмә-һүрелмә

65 йәш ул ни бары 65 ҡыш, 65 йәй һәм 65 яҙ ғына. Йөҙҙәреңдә нур уйнап торғанда, һинең өсөн ул – ғүмереңдең йәйе генә. Әле уның көҙө лә, ҡышы ла, ҡабат әбейҙәр сыуағы ла булыр. Һиңә беҙҙән бер генә теләк – һаулыҡ, ә тән сихәтлеге ул – оҙон ғүмер, шатлыҡ, бәхет һәм күңелеңдәге илаһи нур тамсыһы. Киләсәктә балаларың һәм ейән-ейәнсәрҙәреңдән игелек, шәфҡәт күреп, тормошҡа һөйөнөп йәшәргә яҙһын.
65 йәшең менән ҡотлап
Ҙур бәхеттәр һиңә теләйбеҙ,
Үҙең кешелекле булған өсөн
Ололайбыҙ бөгөн һине беҙ.
Әниебеҙ тиеп әйтер кешең булыу
Ниндәй бәхет бит ул донъяла,
Шатлыҡтарың булһа – уртаҡ була
Ҡайғыларың булһа – юғала.
Уйлама әле, ҡартаям, тип,
Шат-көләс бул, һүнмә-һүрелмә.
Ҡәҙер-хөрмәт күреп үтһен ғүмерең
Урындарың булһын гел түрҙә.
Ҡотло булһын, әниебеҙ, тыуған көнөң,
Оҙаҡ йәшә, бул һин бәхетле.
Яныбыҙҙа һин булғанда ғына,
Табып була оло бәхетте.
Һиңә рәхмәт һүҙен, әниебеҙ,
Белдерәбеҙ тыуған көнөңдә.
Үҫтерҙең һин беҙҙе, кеше итеп,
Оло рәхмәт барыһы өсөн дә!
Иң изге теләктәр менән тормош иптәшең Ғәни, улдарың Азамат һәм Алмаз, килендәре Гөлназ һәм Альбина, ейән-ейәнсәрҙәрең Карина, Дилара, Хәсән, Саида, һәм ҡоҙа-ҡоҙағыйҙарың.

Шат-көләс бул, һүнмә-һүрелмә
Шат-көләс бул, һүнмә-һүрелмә
Автор:
Читайте нас