

Ҡәҙерлебеҙ - нур һибеүсебеҙ, яҡты ҡояшыбыҙ, юбилейың ҡотло булһын! Алдағы тормошоң да шатлыҡ ҡыуаныстарға тулы булып, йөҙөңдән йылмайыу китмәй, ныҡлы сәләмәтлектә, аҡ бәхеттәр, күңел тыныслығында яҡындарыңдың изгелеген күреп, оҙон-оҙаҡ бәхете ғүмер кисерергә яҙһын. Беҙ һине ныҡ яратабыҙ һәм хөрмәт итәбеҙ!
Йәшәү шатлығы һин беҙҙең өсөн,
Үтер юлыбыҙға үрнәк һин.
Сабырһың да, оло йәнлеһең дә,
Беҙҙең өсөн һәр саҡ кәрәк һин.
Рәхмәт, әсәй, барыһы өсөн дә,
Беҙ бәхетле һинең яныңда.
Йәшә мәңге ҡәҙер-хөрмәттә,
Тормош йәмле тик һин булғанға!
Ҡотлауҙар менән тормош иптәшең Ришат, улың Алмас, ҡыҙҙарың Гөлназ, Зилиә, кейәүҙәрең Дмитрий, Артур, ейәнсәрҙәрең Диана, Амелея, Виктория.