Йөрәктән сыҡҡан һүҙҙәр
28 Октябрь 2022, 04:59

Йәшә, әтей, йөҙгә хәтлем

Ҡәҙерле тормош иптәшем, атайыбыҙ, хәстәрлекле олатайыбыҙ Зәйнулла Закир улы КӘРИМОВты 70 йәшлек юбилейы менән ихлас күңелдән ҡотлайбыҙ. 

Йәшә, әтей, йөҙгә хәтлемЙәшә, әтей, йөҙгә хәтлем
Йәшә, әтей, йөҙгә хәтлем

Ҡәҙерлебеҙгә һаулыҡтың ныҡлыһын, бәхеттең иң олоһон, ғүмерҙең иң оҙонон теләйбеҙ. Киләсәктә лә тормошҡа һөйөнөп, ҡәҙер-хөрмәт күреп, атыр таңдарың өмөт менән тулы булып, ғүмер йомғағың шатлыҡҡа ғына тулып тәгәрәһен. Төплө кәңәшең, йылы һүҙең, нурлы йөҙөң өсөн рәхмәт. Һин беҙгә һәр саҡ үрнәк булдың, беҙ ҙә һинең ышанысыңды аҡларға тырышасаҡбыҙ. Һине яратабыҙ һәм ғорурланабыҙ!
Йәшәү шатлығы һин беҙҙең өсөн,
Яҡшылығың менән үрнәк һин.
Ауыр саҡта һиңә таянабыҙ,
Беҙҙең өсөн һәр саҡ кәрәк һин.
Ҡотло булһын, әтей, тыуған көнөң,
Нурҙар сәсһен һәр саҡ йөҙҙәрең.
Ҡайғы-хәсрәт күрмәй, шатлыҡ менән
Үтһен һинең ғүмер юлдарың.
Йәшә, әтей, йөҙгә хәтлем,
Шат күңелле булып ғүмер ит.
Ергә ҡояш нисек кәрәк булһа,
Һин дә беҙгә шулай кәрәк бит.
Иң изге теләктәр менән барлыҡ туғандарың исеменән тормош иптәшең Нәсимә, балаларың Рәсимә, Венер, кейәүең Раил, киленең Луиза һәм ейән-ейәнсәрҙәрең менән ҡоҙағыйың.

Автор:Дим Ильясов
Читайте нас