Йөрәктән сыҡҡан һүҙҙәр
30 Октября 2022, 04:38

Һикәлтәһеҙ булһын бергә үтер юлыбыҙ

Көйөргәҙе районы Яҡшымбәт ауылы егете Исхаков Фадис Фанис улы бөгөн, 30 октябрҙә, үҙенең 30 йәшен билдәләй.

Һикәлтәһеҙ булһын бергә үтер юлыбыҙҺикәлтәһеҙ булһын бергә үтер юлыбыҙ
Һикәлтәһеҙ булһын бергә үтер юлыбыҙ

Ҡәҙерлебеҙ беҙҙең, һине ошо күркәм байрамың менән ҡайнар ҡотлайбыҙ!
30 йәш ул иң дәртле, иң көслө, иҫ китмәле шәп, күңелле саҡ. Аҡ бәхеттәр, шатлыҡ-ҡыуаныстарға бай яҡты көндәр, ныҡлы сәләмәтлек теләйбеҙ. Ҡорған ғаиләбеҙ татыу, ырыҫлы, бергә үтер юлыбыҙ оҙон, һикәлтәһеҙ булһын.
Бәхетең тулы булһын, ул көндән көн артһын ғына. Изге йөрәкле, хәстәрлекле атай, булдыҡлы гаилә башлығы һин. Киләсәктә йәшлек дәртен һүндермәй, ғүмерҙең һәр миҙгеленә ҡыуанып, яҡындарыңдың һәм балаларыңдың шатлыҡтарын күреп, дуҫ-иштәрең менән йәнәш атларға яҙһын.
Иң изге теләктәр менән тормош иптәшең Гүзәл, балаларың Әмир, Ислам һәм дә барлыҡ булған туғандарың.

Автор:Дим Ильясов
Читайте нас