Ҡайғы-хәсрәт һәр саҡ урап үтһен

Беҙҙең өсөн ҡәҙерле кешебеҙ, һөйөклө тормош иптәшем, хәстәрлекле атайыбыҙ һәм ҡайныбыҙ - Азамат Йәүҙәт улы ҮЛМӘҪБАЕВты 60 йәшлек күркәм юбилейы менән ысын күңелдән ҡайнар ҡотлап, йөрәк түребеҙҙән сыҡҡан иң йылы теләктәребеҙҙе еткерәбеҙ.

Ҡайғы-хәсрәт һәр саҡ урап үтһенҠайғы-хәсрәт һәр саҡ урап үтһен
Ҡайғы-хәсрәт һәр саҡ урап үтһен

Беҙҙең ҡәҙерлебеҙ бик тырыш, ярҙамсыл, асыҡ күңелле кеше, яҡшы ғаилә башлығы, балаларына хәстәрлекле атай. Һин беҙҙең өсөн бик ҡәҙерле һәм ғәзиз кешебеҙ, һин булғанда беҙ бәхетле, тормошобоҙҙоң ныҡлы терәге, таянысы һин! Беҙ һине хөрмәт итәбеҙ, бар йөрәктән яратабыҙ һәм ошо матур байрамыңда һиңә барыһы өсөн дә рәхмәттәребеҙҙе еткерәбеҙ.
Яҡыныбыҙға ҡаҡшамаҫ ныҡлы һаулыҡ, уңыштар, тормоштан йәм табып, бәхет нурҙарына күмелеп йәшәүен теләйбеҙ. Артабан да әсәйебеҙ менән мул тормошта, туғандар ихтирамында, беҙ - балаларың изгелегендә иҫән-имен, бергә-бергә оҙон ғүмер кисерергә Хоҙай насип итһен!
Ҡотло булһын һинең байрамың,
Бәхет-шатлыҡ килһен ишелеп.
Ҡайғы-хәсрәт һәр саҡ урап үтһен,
Һин йәшәгән өйҙөң ишеген.
Сәләмәтлек ташламаһын һине,
Һәр бер көнөң үтһен шатлыҡта.
Йәшәү йәме, донъя именлеге,
Юлдаш булһын һиңә һәр саҡ та.
Иң изге теләктәр менән тормош иптәшең Зөлфиә, улдарың Айбулат, Илһам, килендәрең Алина, Әдилә.

Автор:Дим Ильясов
Читайте нас