Беҙ бәхетле һин иҫән-һау булғанда

Беҙҙең өсөн ғәзиздәрҙән-ғәзиз, ҡәҙерле һәм яҡын булған туғаныбыҙ, ағайыбыҙ, бабайыбыҙ - Азамат Йәүҙәт улы ҮЛМӘҪБАЕВты 60 йәшлек ғүмер байрамы менән ысын күңелдән ҡайнар ҡотлайбыҙ!

Беҙ бәхетле һин иҫән-һау булғандаБеҙ бәхетле һин иҫән-һау булғанда
Беҙ бәхетле һин иҫән-һау булғанда

Көслө рухлы, кешелекле, ярҙамсыл булған яҡыныбыҙға иң изге, яҡты, матур теләктәребеҙҙе юллайбыҙ. Һинең уй-теләктәрең тиң, тыуар таңдарың тыныс, һаулығың ныҡлы, ғүмерең бәхетле булһын! Киләсәктә лә тормошобоҙға йәм өҫтәп, ауырымай, ҡайғы-хәсрәт күрмәй, оҙон ғүмер итергә насип булһын, ғаилә шатлығын, балаларыңдың, яҡындарыңдың игелеген тойоп йәшә! Ныҡлы һаулыҡ, оҙон ғүмер, аҡ бәхеттәр менән мул тормошта йәшәүеңде теләйбеҙ!
Шулай уҡ ошо көндәрҙә 18 йәштәрен тултырған улдарым Әсләм Мәзитов һәм Инсаф Моратовтарҙы ла ысын күңелдән йәшлектәренең матур байрамдары менән ҡотлайым! Улдарым киләсәк тә лә гел шулай тырыш, әүҙем һәм аҡыллы булығыҙ, ныҡлы сәләмәтлек, оҙон һәм бәхетле ғүмер теләйем һеҙгә!
Беҙ теләйбеҙ һиңә оҙон ғүмер,
Шатлыҡтарҙың иң-иң олоһон.
Бәхеттәрҙең мәңгелеген генә,
Ә ғүмерҙең яҡты, нурлыһын!
Ҡәҙерлебеҙ оҙон-оҙаҡ йәшә,
Яҡты нурҙар һибеп донъяға.
Беҙ бәхетле яныбыҙҙа һәр саҡ
Һин иҫән-һау ғына булғанда.
Иң изге теләктәр менән балыҡ туғандарың исеменән апайың, өләсәйегеҙ Сәриә Мәзитова. 

Автор:Дим Ильясов
Читайте нас