1976 йылда әрмегә алынып, һыу аҫты кәмәһендә хеҙмәт итә башлай һәм шунда уҡ тороп ҡалып, хеҙмәтен дауам итә. Ялға ҡайтҡанында Яманғол ауылы ҡыҙы Фүриәгә өйләнеп, уны үҙе менән алып китә. Улар абзыйыбыҙ хаҡлы ялға сыҡҡансы Североморск ҡалаһында йәшәйҙәр. Хеҙмәтен тултырып, хаҡлы ялға сыҡҡас, 1992 йылда Күмертау ҡалаһына ҡайтып төпләнәләр. Ике ул үҫтерәләр. Улдары өйләнеп, үҙ аллы донъя көтәләр.
Абзыйыбыҙға һаулыҡтың ныҡлыһын, ғүмерҙең оҙонон теләйбеҙ. Алдағы көндәрендә ҡыуанып, балаларының, ейән-ейәнсәрҙәренең изгелектәрен күреп, тормошҡа һөйөнөп еңгәбеҙ менән тигеҙ ҡартлыҡта оҙон-оҙаҡ йылдар йәшәргә яҙһын, Аллаһ бирһә. Беҙгә улар атай-әсәй урынына ҡалдылар. Ҡасан барһаҡ та һәр ваҡыт ишектәре асыҡ. Йылмайып, ихлас ҡаршы алалар. Барыһы өсөн дә ҙур рәхмәт.
Бәхеткәйең оҡшаш булһын ине
Яңы яуған ап-аҡ ҡарҙарға,
Иң-иң яҡындарың йыйылғандар
Юбилейың менән ҡотларға.
Ер йөҙөнөң бөтөн матурлығын
Килә, абзый, бүләк итәһе,
Донъялағы иң матур һүҙҙәрҙең
Иң йылыһын һиңә әйтәһе.
Иң изге теләктәр менән Ғәлиевтар: һылыуың Нәсимә, кейәүең Рәкит һәм уларҙың улдары Динар, Рәмзил, килендәре Оксана, ейәнсәрҙәре Риана, Амелия.