

Ҡәҙерлебеҙ, һиңә ныҡлы һаулыҡ, ғаилә именлеге, күңел тыныслығы теләйбеҙ, әнейебеҙ менән бергә-бергә, беҙҙең өсөн гел шулай терәк булып, оҙон-оҙаҡ йәшәргә насип булһын!
Кешелекле бит һин, изге йәнле,
Ярҙамсыл һин дуҫҡа, туғанга.
Һинән гәзиз кеше бармы икән.
Беҙ бәхетле тик һин булғанға.
Һыҙылып атҡан сихри алһыу таңдар
Килһен һиңә ҡояш, нур булып.
Сәләмәтлек, бәхет юлдаш булһын,
Ҡыуаныстар килһен урғылып!
Иң изге теләктәр менән ҡыҙың Тәғзимә, кейәүең Риф, ейән-ейәнсәрҙәрең Линар, Аяз, Алина, Азалия, Нәргизә, Раян, Нәзир.