

Ҡәҙерлебеҙ, киләсәк көндәрең өмөт менән тулы булып, ғүмер йомғағың шатлыҡ-һөйөнөстәргә генә тулып тәгәрәһен. Тормош ауырлыҡтарына бирешмәй, сабыр булып, һәр атҡан таңға, яуған ҡарҙарға, килгән яҙҙарға, аҡҡан һыуҙарға һоҡланып, үткән ғүмергә үкенмәй, яҡындарыңдың изгелеген күреп, әлегеләй изге күңелле, алсаҡ йөҙлө булып, әтейебеҙ менән оҙон-оҙаҡ бәхетле ғүмер кисерергә яҙһын. Һин булғанға донъябыҙ йәмле, йәнле, аҙымдарыбыҙ ышаныслы, бәхетебеҙ тулы, уйҙарыбыҙ яҡты! Хоҙай үҙеңде сәләмәтлектән, бәхеттән, күңел тыныслығынан айырмаһын!
Изге теләктәр менән ҡыҙың Зимфира, кейәүең Илмир, ейәнсәрҙәрең Эллария, Арина һәм Ралина!