

Тырыш, егәрле, бар эште лә еренә-еткереп башҡарыусы, маҡсаттарына ирешеүсән ҡәҙерле кешебеҙҙе ысын күңелдән күркәм юбилейы менән ҡотлап, уға ныҡлы һаулыҡ, ҡыҙҙарыңдың, ейән-ейәнсәрҙәреңдең ҡыуанысын күреп, барлыҡ яҡындарыңдың, туғандарыңдың ихтирамын тойоп, хөрмәтен һиҙеп бәхетле тормошта йәшәүен теләйбеҙ!
Һин булғанға донъябыҙ йәмле, йәнле, һинең фатихаң менән аҙымдарыбыҙ ышаныслы, бәхетебеҙ тулы, уйҙарыбыҙ яҡты. Хоҙай үҙеңде сәләмәтлектән, бәхеттән, күңел тыныслығынан айырмаһын!
Һин булғанға ерҙә беҙ бәхетле,
Һинең менән яҡты көнөбөҙ,
Беҙҙең менән һин дә бәхетле бул,
Һиңә оҙон ғүмер теләйбеҙ.
Күңел күгең һәр саҡ аяҙ булһын,
Ситләп үтһен һағыш, борсоуҙар.
Ныҡлы сәләмәтлек юлдаш булһын,
Унан ҡәҙерлерәк нимә бар.
Иң изге теләктәр менән барлыҡ туғандарың исеменән Хәсәновтар, Әмәкәсовтар, Ғәббәсовтар, Ҡәҙерғоловтар, Әхтәмовтар ғаиләләре.