Һинән нурҙар алып йәшәйбеҙ

Ҡәҙерле тормош иптәшем, әсәйебеҙ, өләсәйебеҙ Гүзәл Әнир ҡыҙы МӨХӘМӘТШИНАны 50 йәшлек күркәм юбилейы менән ихлас күңелдән ҡотлайбыҙ!

Һинән нурҙар алып йәшәйбеҙҺинән нурҙар алып йәшәйбеҙ
Һинән нурҙар алып йәшәйбеҙ

Һөйөклөбөҙ, һин булғанда донъябыҙ йәмле, фатихаларың менән аҙымдарыбыҙ ышаныслы, юлдарыбыҙ яҡты. Биргән тәрбиәң, кәңәштәрең өсөн мәңге рәхмәтлебеҙ, һинең алда баш эйәбеҙ, хөрмәт итәбеҙ һәм яратабыҙ!
Гел шулай тормош матурлығына ҡыуанып, йөҙөңдәге алсаҡлығыңды юғалтмай, күңелеңдәге ихласлыҡты һаҡлап йәшә. Яҡындарыңа өләшкән күңел йылың, иғтибарың үҙеңә лә изгелек булып әйләнеп ҡайтһын. Аллаһы Тәғәлә сәләмәтлектән, күңел тыныслығынан айырмаһын. Тыуыр таңдарың – имен, килер көндәрең – аяҙ булһын.
Һин бит, әсәй, беҙҙең өсөн ҡояш,
Һинән нурҙар алып йәшәйбеҙ.
Оҙаҡ йәшә, әсәй, мәңге йәш бул,
Иң ҡәҙерле яҡын кешебеҙ!
Наҙлап ҡына үҫтерҙең бит беҙҙе,
Керпек ҡаҡмай, һөйөп ҡулыңда.
Һинең ғүмер балҡый маяҡ булып
Беҙ үтәһе тормош юлында!
Иң изге теләктәр менән тормош иптәшең Радик, ҡыҙҙарың Розалина, Лилиә, улың Руслан кейәүең Артур һәм ейәнсәрҙәрең Динә менән Амелия.

Автор:Дим Ильясов
Читайте нас