

Иң- иң изге теләктәр һиңә бөгөн! Барлыҡ теләктәр ҡабул булып, иҫәнлек- һаулыҡта, барлыҡ- байлыҡта, шатлыҡ- ҡыуаныста, яҡындарың хөрмәтендә, күңел тыныслығында, бәхетле- бәрәкәтле тормошта оҙон- оҙаҡ йәшәргә яҙһын.
60 йәшкә инде еттем тигәс,
Мендем, тимә, ғүмер үренә.
Күңелеңдә ҡалһын яҙ сыуағы,
Ғүмер үтә, тиеп һүрелмә.
Ҡотло булһын һинең тыуған көнөң,
Шатлыҡ менән үтһен һәр көнөң,
Ҡоростоҡо булһын таҙалығың,
Ҡояштыҡы булһын ғүмерең.
Тормош иптәшең, балаларың, ҡоҙа- ҡоҙағыйҙарың, барлыҡ туғандарың.