

Киләсәк көндәрең өмөт менән тулы булып, ғүмер йомғағың шатлыҡ-һөйөнөстәргә генә тулып тәгәрәһен. Тормош ауырлыҡтарына бирешмәй, сабыр булып, һәр атҡан таңға, яуған ҡарҙарға, килгән яҙҙарға, аҡҡан һыуҙарға һоҡланып, әлегеләй изге күңелле, алсаҡ йөҙлө булып, оҙон-оҙаҡ бәхетле ғүмер кисерергә яҙһын. Тормошоң гөлдәр кеүек матур булһын, бар изге теләктәрең тормошҡа ашһын, яныңда һәр саҡ ныҡлы терәгең, сәскәләй матур балаларың булһын, яҡындарың шатландырһын! Ныҡлы һаулыҡ, ғаилә именлеге, бәхетле, мөхәббәтле оҙон ғүмер кисерергә яҙһын һиңә!
Ҡотло булһын һинең тыуған көнөң,
Күҙҙәреңдә шатлыҡ һүнмәһен.
Бөгөнгөләй шат йылмайған йөҙөң
Ҡайғы сатҡылары күрмәһен.
Саф йөрәктән сыҡҡан теләктәрҙе
Ҡабул итсе тыуған көнөңдә,
Бәхет, шатлыҡ юлдаш булһын,
Ҡояш көлһөн тормош күгеңдә.
Ҡотлау менән Илкәнәй ауыл хакимиәте коллективы.