

Гөлфирә Ноғоман ҡыҙы үҙ һөнәренә тоғро кеше, бына инде нисә тиҫтә йыл "Искра" ауыл хужалығында бухгалтер булып хеҙмәт итә. Оло йөрәкле, эшһөйәр коллегыбыҙға ғүмер байрамыңда күңел түренән сыҡҡан изге теләктәребеҙҙе еткерәбеҙ: һау-сәләмәт булып, именлектә, балалар, ейән-ейәнсәрҙәр шатлығына һөйөнөп, тормош юлдашығыҙ менән оҙон-оҙаҡ, парлы ғүмер юлы үтергә яҙһын. Йөҙөгөҙҙән һис ҡасан йылмайыу, бәхет нуры китмәһен. Йөрәк йылыһын hалып үҫтергән матур сәскә-гөлдәрегеҙ кеүек алдағы тормошығыҙҙың да сағыу булыуын теләйбеҙ. Яратҡан эшегеҙҙән илһам алып, татыу колективыбыҙҙа бергә эшләргә буһын.
Оло ихтирам менән коллегаларығыҙ.