

Беҙ уны ошо байрамы уңайынан ихлас ҡотлап йөрәк түребеҙҙәге иң йылы теләктәребеҙҙе юллайбыҙ!
Әсәйебеҙ Ҡотлоюл ауылында, күп балалы, ишле ғаиләлә Ноғоман олатайыбыҙ һәм Миниямал өләсәйебеҙҙең иң кесе ҡыҙҙары булып донъяға килә. Стәрлетамаҡ ҡалаһында бухгалтер һөнәрен үҙләштереп, атайыбыҙ Фәнил Сәфәрғәли улына кейәүгә сығып Яҡшымбәт ауылында гөрләтеп донъя көтә башлайҙар, хаҡлы ялда булыуына ҡарамаҫтан бөгөнгө көнгәсә бухгалтер булып эшләп йөрөй. Атайыбыҙ менән бергә, беҙгә, ике балаларына тейешле тәрбиә биреп, ҙур ярҙамдар күрһәтеп оло тормош юлына баҫтырҙылар, бөгөнгө көндә улар 1 ейән, 4 ейәнсәргә бәхетле өләсәй һәм олатай.
Әсәй! Күк йөҙөндәге ҡояш кеүек һин беҙҙең тормошобоҙҙо яҡтыртыусы һәм йылытыусы кешебеҙ! Ҡәҙерлебеҙ беҙҙең, ныҡлы сәләмәтлектә тыуған йортобоҙға йәм биреп, дуҫтар-туғандар ихтирамында, беҙ — балаларың игелегендә, изгелегендә атайыбыҙ менән бергә-бергә иҫән-имен, оҙаҡ йәшәүегеҙҙе теләйбеҙ.
Йәшәү шатлығы һин беҙҙең өсөн,
Үтер юлыбыҙға үрнәк һин.
Сабырһың да, оло йәнлеһең дә,
Беҙҙең өсөн һәр саҡ кәрәк һин.
Рәхмәт, әсәй, барыһы өсөн дә,
Беҙ бәхетле һинең яныңда.
Йәшә мәңге ҡәҙер-хөрмәттә,
Тормош йәмле тик һин булғанға!
Иң изге теләктәр менән улың Фаил, киленең Алина, ейәнсәрең Амелия һәм ейәнең Рамир.