Бәхеттәрең булһын ғүмерлек

Ҡәҙерле әнейебеҙ, яратҡан өләсәйебеҙ Светлана Хәмзә ҡыҙы МӘҠСҮТОВАны ихлас күңелдән 65 йәшлек күркәм юбилейы менән ҡотлайбыҙ!

Бәхеттәрең булһын ғүмерлекБәхеттәрең булһын ғүмерлек
Бәхеттәрең булһын ғүмерлек

Әнейбеҙ изге күңелле, оло йөрәкле, сабыр кеше. Бар ғүмерен ауылда һатыу өлкәһенә бағышланы. Йәшләй генә 4 бала менән тол ҡалып, тормош һынауҙарына бирешмәй, беҙгә, балаларына, һөйөүен, иғтибарын тигеҙ бүлеп, үҫтереп, оло тормош юлына сығарҙы. Әле лә әнейебеҙ беҙҙең төп таянысыбыҙ, йыуанысыбыҙ. Һәр саҡ киң ҡолас менән ҡаршы ала, күстәнәстәрен биреп оҙатып ҡала. Балаларыбыҙҙы ла тәрбиәләргә ярҙам итә. Беҙҙе яратып үҫтергәне, терәк булғаны, матур фәһемле кәңәштәре өсөн әнейебәҙ алдында баш эйәбеҙ!
Ҡәҙерлебеҙ! Матур юбилейың ҡотло булһын! Һиңә ныҡлы һаулыҡ, йән тыныслығы, беҙҙең, балаларыңдың, яҡындарыңдың изгелеген күреп, рәхмәтен тойоп, бәхетле оҙон ғүмер ит!
Сабыр ҙа һин, ябай, кешелекле,
Ҡылған эшең — бары изгелек.
Шатлыҡтарҙа үтһен һинең көндәр,
Бәхеттәрең булһын ғүмерлек.
Хоҙай һиңә сәләмәтлек бирһен,
Беҙҙән һиңә яҡты теләктәр.
Балҡып торған йөҙкәйеңде күреп,
Ҡыуанһындар беҙҙең йөрәктәр.
Иң изге теләктәр менән балаларың, ейән-ейәнсәрҙәрең.

Автор:Дим Ильясов
Читайте нас