

Ҡәҙерлебеҙ, һиңә ныҡлы сәләмәтлек, күңел тыныслығы, ғаилә шатлығы, ҡайғы-хәсрәтһеҙ көндәр, аҡ бәхеттәр, балаларыңдың һәм ейәнсәрәҙәреңдең күңел йылыһын тойоп, игелектәрен күреп, бәхетле оҙон ғүмер кисереүеңде теләйбеҙ! Киләсәгең йыр кеүек яҡты булһын!
55 йыл уҙып киткән
Һиҙмәй-һиҙелмәй генә.
Тормош юлын һинең кеүек
Матур үтәр кем генә…
Һин бәхетле, ғаиләң тигеҙ,
Инсафлы балаларың.
Ҡылған ғәмәлдәре менән
Ҡабатлай әсәләрен.
Аҡыллы ла, сабыр ҙа һин,
Тыйнаҡ һәм итәғәтле.
Ғүмерең буйҙарына һау-сәләмәт,
Булһаң ине сикһеҙ бәхетле.
Иң изге теләктәр менән бәтә туғандарың исеменән мырҙаларың Илнур, Юнир, килендәрең Алиса, Жанна һәм уларҙың балалары.