

Тырыш, хәстәрлекле, сабыр йөрәкле яҡыныбыҙға иң изге теләктәребеҙҙе еткерәбеҙ. Киләсәктә лә эштән, тормоштан йәм табып, бәхет нурҙарында һөйөнөп муллыҡта һәм татыулыҡта йәшә. Йәшеңә йылдар өҫтәлһә лә, дәрт-дарманың оҙон-оҙаҡ йылдарға етһен, йөҙөңдән һис ҡасан йылмайыу, бәхет нуры китмәһен.
Һөйөклөбөҙ! Киләсәктә гел шулай алсаҡ йөҙлө, изге куңелле, матур булып ҡалыуыңды, яҡындарыңдың наҙына, һөйөүенә төрөнөп, оҙон-оҙаҡ йәшәүеңде теләйбеҙ! Тормошта һинең һымаҡ ауыр саҡта таянырҙай, ышаныслы,эшһөйәр, кешелекле һәм кеселекле кешеләр бик һирәк осрай.
Оҙон ғүмер бирһен һиңә Хоҙай,
Һыҙламаһын аяҡ-ҡулдарың,
Бәхет-шатлыҡ, һөйөнөстәр менән,
Таҙалыҡта үтһен көндәрең!
Ҡотлау менән әсәйең Гөлшат, апайың Гөлдәр һәм барлыҡ туғандарың.