

Ҡәҙерле, яҡын, ғәзиз кешебеҙгә ошо матур байрамында барыһы өсөн дә ҙур рәхмәттәребеҙҙе еткерәбеҙ. Беҙҙең өсөн һин донъяла иң гүзәл, иң изге, иң ҡәҙерле зат. Бар күңел йылыңды һәм хәстәрлегеңде беҙгә өләшеп, башҡаларға үрнәк булып матур ғүмер юлы үтәһең. Уңғандарҙан-уңған, кешелекле, оло йөрәкле кешебеҙ, матур ғүмер байрамыңда күңел түренән сыҡҡан теләктәребеҙҙе еткерәбеҙ: һәр көн баш осоңда яҡты ҡояш балҡыһын, көндәрең шатлыҡ менән үтһен, иңдәреңдәге шәфҡәт фәрештәһе һине бер ҡасан да ташламаһын. Алдағы көндәреңдә һау-сәләмәт булып, именлектә, шатлыҡтарға һөйөнөп, оҙон-оҙаҡ бәхетле йәшәргә яҙһын. Һин - беҙҙең тормошобоҙҙоң йәме, һин булғанға донъябыҙ йәмле, йәнле, һинең фатихаң менән аҙымдарыбыҙ ышаныслы, бәхетебеҙ тулы. Йөҙөңдән һис ҡасан йылмайыу, бәхет нуры китмәһен. Күңелеңдең нуры менән көдәребеҙҙе яҡтыртып, йортобоҙҙоң ҡотон һаҡлап йәшә, ҡәҙерлебеҙ.
Беҙҙең өсөн мәңге ҡәҙерле һин,
Хоҙай ҡушһын бергә йәшәргә.
Ер йөҙөндә күпме кеше йәшәй,
Иң яҡыны беҙгә һин генә!
Шулай уҡ ошо көндәрҙә атайыбыҙ Тазетдинов Юра Лутфрахман улы менән матур ғаилә ҡороп иңдәрен-иңгә терәп йәшәүҙәренә 35 йыл тулды. Әлеге көндә лә гөрләтеп донъя көтәләр. Яҡындарыбыҙға ныҡлы сәләмәтлек, күңел тыныслығы, шатлыҡ ҡыуаныстар, балаларының, ейәндаренең ҡәҙер хөрмәтенә кумелеп, оҙаҡ йылдар беҙҙе ҡыуандырып йәшәргә Хоҙайым насип итһен.
Иң изге теләктәр менән тормош иптәшең Юра, ҡыҙың Регина, кейәүең Рөстәм, ейәнең Кәрим.