

Ҡәҙерлебеҙ беҙҙең! Изге йөрәкле ул, хәстәрлекле атай, өлгөлө ғаилә башлығы. Тәбиғәткә көҙ һарыһы һырыла башлаған осорҙа донъяға килһәң дә һинең йөрәгеңдә ҡояш йылыһы балҡый. Ошо йылы беҙҙе тормош һуҡмаҡтарынан ҡурсалай, киләсәккә яҡты өмөт менән йәшәргә ярҙам итә. Киләсәк көндәрең өмөт менән тулы булып, ғүмер йомғағың шатлыҡ-һөйөнөстәргә генә тулып тәгәрәһен. Тормош ауырлыҡтарына бирешмәй сабыр булып, үткән ғүмергә үкенмәй, балаларыңдың изгелеген күреп, әлегеләй изге күңелле, алсаҡ йөҙлө булып, оҙон-оҙаҡ, бәхетле ғүмер кисерергә яҙһын. Һин булғанға донъябыҙ йәмле, йәнле, һинең атихаң менән аҙымдарыбыҙ ышаныслы, бәхетебеҙ тулы, уйҙарыбыҙ яҡты. Хоҙай үҙеңде сәләмәтлектән, бәхеттән, күңел тыныслығынан айырмаһын!
Һин булғанға ерҙә беҙ бәхетле,
Һинең менән яҡты көнөбөҙ.
Беҙҙең менән һин дә бәхетле бул,
Һиңә оҙон ғүмер теләйбеҙ.
Күңел күгең һәр саҡ аяҙ булһын,
Ситләп үтһен һағыш, борсроуҙар.
Ныҡлы сәләмәтлек юлдаш булһын
Унан ҡәҙерлерәк нимә бар.
Иң изге теләктәр менән тормош иптәшең Эльза, ҡыҙҙарың Эльвина менән Азалия.