Үтер юлы булһын яҡты!

Күмертау ҡалаһында йәшәүсе йәш ғаиләне, туғаным Әлиә һәм кейәүем Рәмил АҠСУРИНдарҙы көтөп алған ҙур шатлыҡтары, улдары тыуыу менән ысын күңелдән ҡайнар ҡотлайым!

Үтер юлы булһын яҡты!Үтер юлы булһын яҡты!
Үтер юлы булһын яҡты!

Алла бирһә, сабыйҙы тигеҙлектә, бәхеттә-муллыҡта, матур итеп тәрбиәләп үҫтереүегеҙҙе теләйем, оҙон ғүмерле, һау-сәләмәт булһын бәләкәс, һеҙгә тик шатлыҡ, ҡыуаныстар ғына бүләк итһен, үҙегеҙгә иш булһын!

Бәпес ҡайтты, бәпес ҡайтты,
Өйөгеҙгә ҡояш ҡалҡты:
Аҡ биләүҙә серле йомаҡ,
Илауы ла моңло һымаҡ.
Бәпес ҡайтты, бәпес ҡайтты,
Мәшәҡәт һәм шатлыҡ артты.
Башлана бер яңы ғүмер.
Ниҙәр белер, ниҙәр күрер ?!
Күҙкәйҙәре - ике сатҡы,
Үтер юлы булһын яҡты.
Тыуған өйгә, тыуған ергә
Хужа булып бәпес ҡайтты.
Иң изге теләктәр менән апайығыҙ Розалина.

Үтер юлы булһын яҡты!
Үтер юлы булһын яҡты!
Автор:
Читайте нас