Булһаң ине сикһеҙ бәхетле

Күмертау ҡалаһында тыуып үҫкән, бөгөнгө көндә ғаиләһе менән матур тормош ҡороп Өфө ҡалаһында йәшәгән яҡын дуҫыбыҙ Салауат Фирҙәт улы КИНЙӘБАЕВты күркәм байрамы - 50 йәшлек юбилейы менән ҡотлап йөрәк түребеҙҙән сыҡҡан иң йылы, иң изге теләктәребеҙҙе юллайбыҙ! 

Булһаң ине сикһеҙ бәхетлеБулһаң ине сикһеҙ бәхетле
Булһаң ине сикһеҙ бәхетле

Ҡәҙерле дуҫыбыҙ, матур байрам көнөңдә һиңә иң изге теләктәр генә теләйһе килә. Ныҡлы һаулыҡ, ғаилә именлеге, эшеңдә уңыштар, һине ҡанатландырған хыялдарыңдың тормошҡа ашыуын, ҡуйған маҡсаттарыңа ирешеүеңде теләйбеҙ. Бәхеткә төрөнөп, шатлыҡ-ҡыуаныстарға һөйөнөп, дуҫтарыңдың, яҡындарыңдың ихтирамын тойоп, балаларыңдың изгелеген күреп, әлегеләй изге күңелле, алсаҡ йөҙлө булып, тормош иптәшең, әхирәтебеҙ Гөлсинә менән оҙон-оҙон бәхетле, парлы ғүмер кисерергә булһын. Яҡындарыңдың терәк- таянысы булып, тирә яҡҡа йәм өҫтәп, нур һибеп йәшә!
Аҡыллы ла, сабыр ҙа һин,
Тыйнаҡ һәм итәғәтле.
Ғүмерең буйҙарыңа һау-сәләмәт,
Булһаң ине сикһеҙ бәхетле.
Юбилейың ҡотло булһын,
Йөҙҙәреңдә бәхет балҡыһын.
Изге, мәрхәмәтле йөрәгеңдә
Һис һүнмәһен ҡояш яҡтыһы.
Иң изге теләктәр менән ғаилә дуҫтарығыҙ Хәлиловтар.

Автор:Дим Ильясов
Читайте нас