

Тырыш, егәрле, өлгөр дуҫыбыҙ, тормош иптәше, әхирәтебеҙ Ғәлиә менән матур йорттар һалып, өс ҡыҙға ғүмер бүләк итеп, уларға лайыҡлы тәрбиә биреп, өлгөлө ғаилә булып татыу ғүмер итәләр. Бөгөнгө көндә Амелия исемле ейәнсәрҙәренә бәхетле, хәстәрлекле олатай-өләсәй ҙә улар. Беҙ улар менән оҙаҡ йылдар ғаиләләр менән ҡатышып, дуҫ булып, бергә-бергә татыу ғүмер итәбеҙ.
Ҡәҙерле дуҫыбыҙ, беҙ һине алсаҡ, тормош яратыусан, ярҙамсыл, ышаныслы булыуың менән хөрмәт итәбеҙ һәм яратабыҙ. Һине матур ғүмер байрамың менән тәбрикләп, ҡоростай ныҡлы сәләмәтлек, шатлыҡ-ҡыуаныстарға ғына төрөнгән оҙон ғүмер, көс-дәрт, донъя именлеге теләйбеҙ. Киләсәктә лә киң күңелле, оло йәнле булып, балаларыңдың, туғандарыңдың һөйөүен, хәстәрлеген тойоп, тормош иптәшең менән тыныслыҡта, муллыҡта, бәхетле ғүмер кисерергә яҙһын һиңә Хоҙай!
Ғүмереңдең балҡып торған мәле,
Типһәң – тимер өҙөр көс һиндә.
Һиндәгеләй изге, киң күңел
Эләкмәйҙер әле һәр кемгә.
Сәләмәтлек, бәхет, уңыш менән
Үтеп торһон килгән йылдарың.
Йәш булып ҡал, һиҙмәй йәшә әйҙә
Юртып ҡына ғүмер уҙғанын.
Иң изге теләктәр менән Аҙнабаевтар, Ғәлимовтар ғаиләләре.