Ҡайғы-хәсрәт һәр саҡ урап үтһен

Абдул ауылында тыуып үҫкән, бөгөн Күмертау ҡалаһында ғүмер итеүсе атайыбыҙ Шәүрәт Шәүкәт улы РӘЖӘПОВты ғүмеренең матур байрамы - 60 йәшлек юбилейы менән ҡотлайбыҙ! 

Ҡайғы-хәсрәт һәр саҡ урап үтһенҠайғы-хәсрәт һәр саҡ урап үтһен
Ҡайғы-хәсрәт һәр саҡ урап үтһен

Һиңә ныҡлы һаулыҡ, именлек, бәхетле, оҙон ғүмер теләйбеҙ.
Иртәләрең – ҡояшлы, көндәрең – аяҙ, кистәрең – айлы, уйҙарың – яҡты, күңелең тыныс булһын.
Ҡотло булһын һинең байрамың,
Бәхет-шатлыҡ килһен ишелеп.
Ҡайғы-хәсрәт һәр саҡ урап үтһен,
Һин йәшәгән өйҙөң ишеген.
Сәләмәтлек ташламаһын һине,
Һәр бер көнөң үтһен шатлыҡта.
Йәшәү йәме, донъя именлеге,
Юлдаш булһын һиңә һәр саҡ та.
Иң изге теләктәр менән ҡыҙҙарың Ләйсән, Гүзәл, Айгөл һәм ейән-ейәнсәрҙәрең.

Автор:Дим Ильясов
Читайте нас